7 декабрь, Шаршамбы

19 ғинуар 2015 йыл, 15:18

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда дөгөгә һәм йәшелсәгә хаҡтар һиҙелерлек күтәрелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 31 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем республиканың ҡулланыусылар баҙарында аҙыҡ-түлек тауарҙарының ҡайһы бер төрҙәре ҡиммәтләнгән. Хаҡтар күбеһенсә дөгөгә һәм йәшелсәләргә артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Ике аҙна тигәндә дөгө 8 процентҡа ҡыйбатланды — 12 ғинуарға уның килограмы уртаса 52,96 һум тора ине. Башлы һуған 9,4 процентҡа (килограмы 29,02 һум), кишер — 8,1 процентҡа (29,88 һум), картуф — 6,3 процентҡа (26,85 һум) ҡиммәтләнде.

Шулай уҡ аҡ күсәнле кәбеҫтәгә (5,9 процентҡа, килограмы 32,31 һумға тиклем), ҡара бөртөклө сәйгә (3,9 процентҡа, 504,49 һумға ), вермишелгә (3,6 процентҡа, 40,79 һумға), шәкәргә (3,7 процентҡа, 50,56 һумға) хаҡтарҙың артыуы билдәләнгән.

Бойҙай оно (2,2 процентҡа, килограмы 28,03 һумға тиклем), шулай уҡ икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары (1,7-2,9 процентҡа), аҡ май (2,4) һәм көнбағыш майы (1,5), тары ярмаһы (2), алмалар (2,2), һөт (1) ҡиммәтләнде.

12 ғинуарға һыйыр итенең килограмы республика буйынса уртаса 268,47 һумға (плюс 1,1 процент), һарыҡ ите 314,5 һумға (плюс 1 процент), сусҡа ите 251,06 һумға (плюс 0,1 процент) һатылды. Һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡтар 1,5 процентҡа ҡиммәтләнде һәм бер килограмы 131,95 һумға тәҡдим ителә. Туңдырылған балыҡҡа хаҡтар 2,8 процентҡа артты, уртаса хаҡы — килограмы 110,2 һум.

Үткән йылғы һөҙөмтәләр буйынса инфляция 11,2 процент тәшкил итте, был һуңғы биш йылдағы күрһәткестәрҙән юғары. Туҡланыу продукттарына хаҡтар 2013 йылға ҡарата 15,4 процентҡа артты.