4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 14:20

Республикала тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан — 13,3, Рәсәй буйынса 2,1 процентҡа артҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостанда 55174 сабый донъяға килгән, был 2013 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата бер ярым процентҡа күберәк. Ошо уҡ осорҙа 48713 кеше вафат булған. Шулай итеп, республикала халыҡтың тәбиғи үҫеше 6461 кеше тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.

Республикала тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан 2013 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары менән сағыштырғанда 13,3 процентҡа артҡан. Дөйөм Рәсәй күрһәткесе — 2,1 процент.

Рәсәй Федерацияһының 44 субъектында, шул иҫәптән Волга буйы федераль округының ете субъектында тәбиғи үҫеш күҙәтелгән. Волга буйында Татарстан (8860 кешегә күберәк), Башҡортостан (6461) һәм Удмурт Республикаһы (2394) алда бара.