11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 11:23

Башҡортостандың 2014 йылғы облигациялары буйынса 170,5 миллион һумлыҡ тәүге купон түләнгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Үткән аҙнала республиканың Финанс министрлығы Башҡортостандың 2014 йылдағы облигациялары буйынса 170,5 миллион һум күләмендә беренсе купон килемен түләне, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

2014 йылдың 16 октябрендә Мәскәү банк-ара валюта биржаһының Фонд биржаһында 6 миллиард һумға облигациялар сығарыу урынлаштырылды. Әйләнеш срогы — 4,5 йыл.  18 купон түләү ҡаралған. Купон  осороноң оҙайлылығы 91 көн тәшкил итә. Купон килеменең ставкаһы — йылына 11,4 процент.