3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 12:13

Башҡортостанда «Үҙеңдең геройың хаҡында һөйлә!» проекты башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан «Ветеран Башкортостана» гәзите «Үҙеңдең геройың хаҡында һөйлә!» акцияһын иғлан итте.

Баҫма Башҡортостанда йәшәүселәрҙе туғандарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары йәки күрһәткән батырлыҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашырға саҡыра. Һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар хаҡында иҫтәлектәр geroy.veteranrb@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.

Геройҙар хаҡындағы барлыҡ очерктар veteranrb.ru сайтында урынлаштырыласаҡ, ә иң ҡыҙыҡлылары «Ветеран Башкортостана» гәзитендә баҫыласаҡ.