3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 11:48

Башҡорт дәүләт драма театры актерҙары «Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» исемле тамаша менән сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер төркөм артистары Дәүләкәндә «Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» тип аталған тамаша күрһәтәсәк. Композиция билдәле башҡорт шағирәһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Дәүләкән районы ҡыҙы Лариса Абдуллинаның әҙәби ижады нигеҙендә әҙерләнгән. Тамаша Әҙәбиәт йылына арналған, тип хәбәр иттеләр театрҙан.

Театрҙың билдәле һәм йәш актерҙары Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Урал Әминев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов, Илдар Ғүмәров, Гөлнара Әмирова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Руслан Хайсаров, Сара Буранбаева, Алһыу Ғәлиналар үҙҙәренең күп яҡлы талантын һәм оҫталығын күрһәтәсәк. Улар Лариса Абдуллина шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарасаҡ, уның шиғырҙарын уҡыясаҡ.

Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә спектаклдең ике версияһы — үҫеп килеүсе быуын һәм өлкәндәр өсөн — тәҡдим ителәсәк. Тамашалар көндөҙгө 3-тә һәм киске 6-ла башлана.