11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2015 йыл, 10:52

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләков арабыҙҙан китте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте Әҙәбиәт йылының тәүге көндәрендә ауыр юғалтыу кисерҙе.

18 ғинуарҙа 67-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков ваҡытһыҙ вафат булды.

Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был «һикереүҙәр» миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип  ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле яҙыусыға һәм драматургҡа инфаркт булды.

Тап 18 ғинуарҙа Мәскәү сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры уның «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?» драмаһы буйынса спектаклен күрһәтә. Һуңғы юлға драматург тамашасылар алҡышлауында китте.

Мәрхүм менән хушлашыу 20 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Әхмәт-Зәки Вәлиди урамы, 34.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Күренекле яҙыусы, драматург һәм киң күңелле кеше хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

темалар: юғалтыуҙар