9 декабрь, Йома

19 ғинуар 2015 йыл, 9:40

Владислав Туманин Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды етәксеһе итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды етәксеһе итеп быға тиклем республика Хөкүмәте Аппаратының инфрастуктур үҫеш департаменты директоры вазифаһын биләгән Владислав Туманин тәғәйенләнде. Был хаҡта төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһын етәкләгән Вячеслав Якин вазифаһынан азат ителде.

Владислав Туманин 1987 йылда Өфө нефть интститутынан инженер-төҙөүсе һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын 1987 йылда «Башспецнефтестрой» тресының 4-се махсуслаштырылған монтаж идаралығында башлай. 2011 йылда — республика Хөкүмәте Аппаратының төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығын үҫтереү бүлеге мөдире, 2012 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының инфрастуктур үҫеш департаменты директоры итеп тәғәйенләнә.