Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттарына 11 балл өҫтәләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттар өсөн өҫтәмә балдар системаһы индерелә. Шәхси ҡаҙаныштар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә 11-гә яҡын балл өҫтәләсәк, тип хәбәр иттеләр уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеүселәр тик яҡшы билдәләре булған аттестат өсөн өс, ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) билдәһе өсөн ике, йомғаҡлау иншаһына бер балл аласаҡ. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт университетында йәки уҡыу йорто ярҙамында үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеү яулаған йәки ҡатнашҡан өсөн дә балдар өҫтәләсәк. Ҡатнашыусыға — бер, призерға — ике, еңеүсегә — биш балл.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть