4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2015 йыл, 11:56

Башҡортостан һалым инспекцияларының төп мәғлүмәтен Рәсәй һалым хеҙмәте сайтында табырға мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтында «Мәғлүмәт стенды» бүлеге эшләй башланы. Граждандар унда төбәкте һәм һалым инспекцияһын һайлап, Башҡортостан һалым органдарының хеҙмәтләндереү залдарындағы мәғлүмәт стендтарының йөкмәткеһе менән таныша ала. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бүлектәге мәғлүмәт түбәндәге категориялар буйынса бүленгән: ойоштороу мәғлүмәте, дәүләт теркәүе, физик шәхестәрҙе иҫәпкә алыу, һалым декларацияларын биреү, түләү документтарын рәсмиләштереү, контроль-касса техникаһын теркәү, урындағы һалымдар, физик шәхестәр килеменә һалым.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ошо сервисты индергәс, һалым хеҙмәте тәү сиратта һалым түләүселәрҙең мәғлүмәтлеген күтәрәсәк, шулай уҡ һалым инспекциялары стендтарында мәғлүмәтте стандартлаштырыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.