5 декабрь, Дүшәмбе

16 ғинуар 2015 йыл, 16:34

Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә республикала «Йәшә, китап!» акцияһы башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 ғинуарҙа Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Йәшә, китап!» акцияһы башлана.

Акция йыл дауамында барасаҡ.

— Толерантлы мөнәсәбәт тәрбиәләү һәм инклюзив белем биреүҙе алға ебәреү маҡсатында акцияла Өфө ҡалаһының дөйөм белем биреү һәм коррекция мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының директор урынбаҫары Олег Кушнерук.

Акция башланған көндө ҡатнашыусыларға китапхана буйлап экскурсия ойоштороласаҡ. Улар китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, фонды, рельефлы-һүрәтле Брайль шрифты менән китап баҫыу эшен күҙәтәсәк. Экскурсияла ҡатнашыусыларға Әҙәбиәт йылына бағышланған «Әҙәби донъя» китап күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.

Китапхана уҡытыусылары һәм белгестәре менән бергә китап уҡыусылар тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһына тактиль китап ҡулъяҙмаһын әҙерләйәсәк. Акция аҙағында ҡатнашыусылар насар күргән бәләкәстәр өсөн китап сығарасаҡ.

Акцияның төп маҡсаты — гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү һәм заманса йәмғиәттең берлеген нығытыу. Ул түбәндәге принциптарға: уҡыусыларҙың,  шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың социаль тигеҙлеге, мәҙәни тормошта ҡатнашыу, асыҡлыҡ һәм башҡа халыҡтар һәм мәҙәниәттәр менән үҙ-ара килешеп эш итеү, ижад азатлығына ярашлы уҙғарыла.

темалар: әҙәбиәт йылы