10 декабрь, Шәмбе

16 ғинуар 2015 йыл, 16:02

«Башавтотранс» ГЛОНАСС ярҙамында пассажирҙарға мәғлүмәт биреү системаһын индерә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Республикала ГЛОНАСС индереү буйынса «Башавтотранс» һәм «Транспорт навигация үҙәге»нең берлектәге проекты сиктәрендә пассажирҙарға мәғлүмәт биреү системаһы эшләй башланы. Уның ярҙамында граждандар автобустар хәрәкәте схемаһына төшөнә һәм транспорттың туҡталышҡа килеү ваҡытын белә ала.

«Транспорт навигация үҙәге»нең генераль директоры Андрей Быковскийҙың һүҙҙәренсә, төбәктә пассажирҙар ташыу өлкәһенә ГЛОНАСС системаһын индереү уңышлы алып барыла.

«Башавтотранс»тың бөтә автобустары ла ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Уның ярҙамында диспетчерлыҡ контроле һәм транспорт расписаниеһын көйләү тормошҡа ашырыла.

— ГЛОНАСС беҙгә 1-се Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһының бөтә маршруттары буйынса автобустар эшен, пассажирҙар туҡталышта автобустарҙы оҙаҡ көтмәһен өсөн хәрәкәт интервалын күҙәтеп барырға, хәрәкәт схемаһын үтәүҙе контролдә тоторға мөмкинлек бирә, — ти 1-се Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы диспетчеры Юлиә Калмыкова.

Бынан тыш, навигация системаһы юлда транспорт ватылғанда йәки төрлө хәлдәргә осрағанда ярҙам итә.

«Башавтотранс» һәм «Транспорт навигация үҙәге»нең хеҙмәттәшлеге хеҙмәтте дөрөҫ ойоштороуға һәм перспективалы алымдарҙы ҡулланыуға нигеҙләнә.