4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ғинуар 2015 йыл, 15:11

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә бөтә төр пособиелар арттырылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда балалы ғаиләләргә бөтә төр пособиелар, шул иҫәптән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиелар индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме 5,5 процентҡа артты. Пособиелар күләменең артыуы 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән «2015 йылға һәм 2016-2017 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында» закон менән ҡаралған.

Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһендә район коэффициентын иҫәпкә алып пособиелар күләме билдәләнде. Бала йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның минималь күләме 3126,09 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 6252,17 һум тәшкил итә. 2014 йылдан 2015 йылғаса йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса күсә торҫан пособиелар өсөн пособиеларҙың минималь күләме яңынан иҫәпләнә.

2015 йылдың 15 ғинуарынан һуң тәғәйенләнгән пособиелар өсөн бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиеның сикке суммаһы тулы календарь ай өсөн 19855,82 һум тәшкил итәсәк.

Бала тыуғас та ғаилә бер тапҡыр 16672,47 һум аласаҡ.

Йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаларында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие 625,22 һумға тиклем арттырылды.