Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы үтә. Сараны уҙғарыу урыны итеп Ҡала мәҙәниәт һарайы һайланған.

Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был шағирҙар, яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә буласаҡ. Яҡын көндәрҙә Өфө хакимиәте һәм БР Яҙыусылар союзы менән берлектә кисәне үткәреү сценарийы һәм Әҙәбиәт йылының саралар планы раҫланасаҡ.

Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проектына ла йомғаҡ яһаласаҡ, Мәҙәниәт министрлығына 100-ҙән ашыу ғариза килгән. Китап менән ҡәләм проекттарҙа файҙаланылған төп символ булып тора. Әҙәбиәт йылын асыуҙа конкурс еңеүсеһе бүләкләнәсәк.

30 ғинуарҙа «Әҙәби нағыш» яңы республика марафоны ла старт ала. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Өфө ҡалаһы ҡабул итә, артабан ул Ғафури районына тапшырыла. Марафондың төп маҡсаты — төпкөл ауылдарҙа йәш таланттарҙы эҙләү, уларҙың үҫешенә ярҙам итеү.

Декабрь айында Башҡортостан Яҙыусылар союзында үткән кәңәшмәлә Әҙәбиәт йылы планына индереү өсөн күп тәҡдимдәр булды. Яҙыусылар союзының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, «был төрлө фестивалдәр, конференциялар, әҙәби байрамдар уҙғарыу ғына түгел, шулай уҡ перспективалы проекттар өсөн яҙыусыларға гранттар бүлеү. Республика әҙәбиәтенең лайыҡлы вәкилдәре иҫтәлеген мәңгеләштереү, РФ Хөкүмәтенә яҙыусыға һөнәр статусын биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итеү ҡаралған».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть