3 декабрь, Шәмбе

16 ғинуар 2015 йыл, 12:52

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бишбүләк районына барҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 ғинуарҙа Рөстәм Хәмитов Бишбүләк районына эш сәфәре барышында етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларында, шулай уҡ социаль һәм инфраструктура объекттарында булды.

Башҡортостан Башлығы урындағы халыҡ менән аралашты, улар райондағы ыңғай үҙгәрештәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Бөгөн беҙ етәксе менән район буйлап йөрөйбөҙ. Тәьҫораттар яҡшы. Район уртаса эшләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы бер нисә йылда район үҙәгендә алға китеш күҙәтелә. Бына физкультура-һауыҡтырыу комплексына нигеҙ һалдыҡ — быйыл төҙөйәсәкбеҙ, бассейн буласаҡ.

Төбәк етәксеһе һумдың һәм нефткә хаҡтарҙың кәмеүе арҡаһында республикала килеп тыуған социаль-иҡтисади хәл тураһында һорауҙарға яуап биреп, Башҡортостандың ныҡлыҡ запасы етерлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был осорҙо үткәреп ебәрергә кәрәк. Беҙ бик һаҡсыл тотонабыҙ. Бары тик төп статьялар: эш хаҡы, туҡланыу продукттары, социаль ярҙам. Беҙ быны еңеп сығасаҡбыҙ. Хаҡтарҙың үҙгәреүе беҙҙең файҙаға булмаҫ, бәлки. Ләкин быны нисек тә булһа ҡаплаясаҡбыҙ, — тине республика Башлығы.