9 декабрь, Йома

16 ғинуар 2015 йыл, 11:46

Бишбүләк районында полиция бүлегенең яңы бинаһы асылды

фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кесаҙна, 15 ғинуарҙа, Бишбүләк районында полиция бүлегенең яңы бинаһын асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Төбәк етәксеһе полицейскийҙарҙы яңы бинаға күсеүҙәре менән ҡотланы һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләне:

— Беренсенән, полиция хеҙмәткәрҙәрен яңы бина алыуҙары менән ҡотлайым. Икенсенән, был һеҙ яҡшыраҡ эшләһен һәм Бишбүләк районы ҡасабаларында һәм ауылдарында йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙ тойһон өсөн аванс булып тора. Республика Башҡортостан  буйынса Эске эштәр министрлығына, эске эштәр органдарына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Башҡа муниципалитеттарҙа ла ошондай объекттар төҙөйбөҙ. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, эске эштәр органдары республика Хөкүмәте менән бергә кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш алып барырға тейеш. Был һүҙҙә генә ҡалмаһын, эштә сағылһын ине, — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.

БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, административ бинаны реконструкциялау барышында граждандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡаршы саралар буйынса заманса талаптар иҫәпкә алынған. Һәр кабинетҡа телефон үткәрелгән, Эске эштәр министрлығының эш селтәренә һәм мәғлүмәттәр базаһына инергә мөмкин.

Район полиция бүлеге инфраструктураһына 25 автомобилгә иҫәпләнгән йылы ҡуналҡа, янғын һүндереү буйынса ике ҡоҙоҡ, трансформатор станцияһы, дизелле электр станцияһы, 60 кешелек плац инә.

«Төҙөлөш 2013 йылдың октябренән башланды һәм 2015 йылдың авгусында тамамланырға тейеш ине. Әммә төҙөүселәр тырышлығы менән объект планлаштырылған ваҡыттан ярты йыл алдараҡ тапшырылды. Полиция бүлеген төҙөү һәм йыһазландырыу өсөн яҡынса 88 миллион һум тотонолған. Бөтә саралар республика бюджетынан бүленгән. Эштәр БР Капиталь төҙөлөш идаралығы заказы буйынса башҡарылды», — тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытҡа тиклем район үҙәктәрендә эске эштәр бүлектәрен төҙөүгә тейешле иғтибар бирелмәне», тине төбәк Башлығы журналистар менән аралашҡанда.