8 декабрь, Кесе йома

16 ғинуар 2015 йыл, 9:58

«Башҡорт бал ҡорттарын ҡотҡарырға» күсмә экспедицияһы Бөрйән районына юлланды

фото: Андрей Старостин | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 15 ғинуарҙа Өфөлә «Башҡорт бал ҡорттарын ҡотҡарырға» күсмә экспедицияһы старт алды. Ойоштороусыһы булып Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сығыш яһаны. Уның составында — 20-гә яҡын төрлө профилле белгестәр: йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, «Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзалары. Улар 16 ҡаргиҙәрҙә Бөрйән районына юлланды.

Экспедиция Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау һәм «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын киңәйтеү мәсьәләләренә арналған.

Сәфәр барышында ойоштороусылар йәмәғәтселәрҙе ошо биләмә менән таныштырырға һәм ҡурсаулыҡты киңәйтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе урында тикшерергә ниәтләй.

Башҡортостанда Бөрйән ҡырағай бал ҡортон һәм солоҡсолоҡто үҙенсәлекле тәбиғәт кәсебе булараҡ һаҡлау проблемаһы электән килә. Үҙ ваҡытында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы Бөрйән солоҡ ҡорто популяцияһын һаҡлау өсөн Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан айырылып сыға. Бөгөн ҡурсаулыҡ Бөрйән районының көнбайыш өлөшөндә 27 мең гектар майҙанды биләй. Бындай биләмәлә тоҡом таҙалығын һаҡлау еңел түгел. Ҡурсаулыҡ зонаһын киңәйтеү — «бөрйәнкәй»ҙең генофондын һаҡлау буйынса мөһим бурыстарҙың береһе.

— Бөрйән бал ҡорттары эшһөйәр, һыуыҡҡа сыҙамлы. Йүкә сәскә атҡан мәлдә бер башҡорт солоҡ ҡорто 15 килограмға яҡын бал йыя, ул республиканың тау-урман зонаһында ҡарт ағастар ҡыуышында йәшәй. Шуға күрә уның тәбиғи йәшәү урынын һаҡлау өсөн ҡуйы урмандар кәрәк. Бынан тыш, Бөрйән солоҡ ҡорто ҡурсаулыҡ районына килтерелгән башҡа төр бал ҡорттарына ҡушыла һәм үҙенең үҙенсәлектәрен юғалта — киләһе быуын ҡырағай төрҙә йәшәй алмай һәм уның һыуыҡҡа сыҙамлылығы юғала, — тип һөйләне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө биология институтының геоботаника һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау лабораторияһы мөдире Василий Мартыненко.

Ғалим әйтеүенсә, әгәр ҙә башҡорт солоҡ бал ҡортон һаҡлау буйынса саралар күрелмәһә, беҙ яҡын киләсәктә үк бөтә донъяла уникаль булған ҡырағай бал ҡортон юғалтасаҡбыҙ, тип раҫлай генетиктар.

Ҡурсаулыҡ биләмәһен киңәйтеү буйынса проект әҙер. Ошо проблеманы асыҡ итеп күрһәтеү һәм мәсьәләне юғары кимәлдә күтәреү өсөн ойоштороусылар экспедицияға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Вячеслав Аброщенко менән Руфина Шаһапованы саҡырған.

— Проблема етди һәм ул оҙаҡ тикшерелә. Минеңсә, әлеге сәфәрҙән һуң ошо мәсьәлә буйынса ҡарар закон нигеҙендә ҡабул ителер, — тип билдәләне Руфина Шаһапова.

Сәйәхәттең маршруты Мәләүез, Ишембай, Бөрйән райондары буйлап үтәсәк. Экспедиция ағзалары Нөгөш ҡасабаһында буласаҡ. Шәмбе сәйәхәтселәр «Шүлгәнташ» тәбиғи ҡурсаулығына барып етергә, «Шүлгәнташ»  мәмерйәһендә булырға, «Башҡортостан» милли паркының буфер зонаһын булдырыу, шулай уҡ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең башҡа мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләй. Экспедиция дүрт көн дауам итәсәк.