8 декабрь, Кесе йома

15 ғинуар 2015 йыл, 16:56

Республикала эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү өсөн Көрсөккә ҡаршы штаб булдырыласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән Көрсөккә ҡаршы штаб булдырыла. Башлап ебәреүсеһе — республиканың Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы.

Штабты ойоштороуға килеп тыуған тотороҡһоҙ иҡтисади хәл сәбәпсе. Импортты алмаштырыу продукцияһы менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға һәм предприятиеларға ярҙам күрһәтергә хәл ителде. Штаб составына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, федераль һәи төбәк үҫеш институттары, йәмәғәт ойошмалары, консалтинг компаниялары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре инә.

Яҡын араларҙа штабтың тәүге ултырышы үтә. Ул көрсөк эҙемтәләрен йомшартыу өсөн һаҡлағыс механизмдар әҙерләргә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе ҡоралдарҙы милектең бөтә формалары өсөн яраҡлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Һорауҙар һәм тәҡдимдәр avpprb@mail.ru электрон почтаһы адресына йәки 8 927 083 2333, 8 963 133 1324 телефондары буйынса ҡабул ителә.