10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 16:07

Башҡортостанда эшҡыуарҙар газ-мотор яғыулығында эшләүсе пассажир автобустарын һатып алыуға субсидиялар аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Хөкүмәте газ-мотор яғыулығында эшләүсе пассажир автобустарын һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибен раҫланы.

Матди ярҙам РФ «Сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурент һәләтлеген арттырыу» дәүләт программаһы сиктәрендә даими рәүештә пассажирҙар ташыусы шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙан тыш) күрһәтеләсәк.

Һатып алынған автобустарҙың хаҡынан 50 процентҡа тиклеме субсидияланасаҡ. Субсидиялар БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында тәғәйенләнәсәк.

Аҡса республика һәм федераль бюджеттан бүленәсәк.

Хөкүмәт субсидия биреүҙең өс төп шартын билдәләне. Беренсенән, газ-мотор яғыулығы менән эшләүсе автобус һатып алыу. Икенсенән, ул 2014 йылдан алып Берҙәм иҡтисади киңлектә ҡатнашыусы дәүләттәр биләмәһендә сығарылырға тейеш. Өсөнсөнән, 12 метрҙан ашыу булған М3 категорияһындағы автобустар сәләмәтлектәре сикләнгән кешеләрҙе йөрөтөү өсөн йыһазландырылған булырға тейеш.

Федераль һәм Башҡортостан бюджеты алдында элек алынған субсидияларҙы ҡайтарыу, кредиттар, һалым буйынса бурыстары булғандарға субсидиялар бирелмәйәсәк.