3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 15:22

Республика спортсылары ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 27 марттан 5 апрелгә тиклем Ханты-Мансиҙа XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындары уҙа. Ярыштарҙа донъяның 30 иленән меңгә яҡын спортсыларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Уйындарҙа Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаясаҡ. Сурдлимпия уйындары миҙалдары өсөн 12 спортсы: туғыҙ хоккейсы һәм өс тау саңғыһы спорты вәкиле көрәшәсәк.

Шайбалы хоккей буйынса илдең йыйылма командаһын өлкән Андрей Василевский етәкләйәсәк, уға Башҡортостандан тағы ла бер тренер — Вячеслав Шевин ярҙам итәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Уйындар программаһына биш спорт төрө — шайбалы хоккей, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярыштары, кёрлинг индерелгән.

Сноуборд, саңғы, кёрлинг һәм хоккей буйынса ярыштар Ханты-Мансиҙың спорт объекттарында, атап әйткәндә «Арена Югра» комплексында, Боҙ һарайында, «Ылыҫлы урман» тау саңғыһы комплексында, Александр Филипенко исемендәге ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә үтә.

Тау саңғыһы буйынса ярыштар Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә уҙа.

Ойоштороусылары — Халыҡ-ара Сурдлимпия комитеты, РФ Спорт министрлығы, Ханты-Манси автономиялы округы Хөкүмәте — Югра, Силәбе өлкәһе хакимиәте, Рәсәйҙең Сурдлимпия комитеты.