10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 14:38

Башҡортостан ирекмәндәре Википедияға мәҡәләләр өҫтәү буйынса акцияла ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Бөгөн — Бөтә донъя Википедия көнө. Виртуаль энциклопедияны булдырыусы әүҙем ирекмәндәр был ваҡиғаны флешмоб менән билдәләргә — тыуған ауыл йәки ҡала тураһында мәҡәләгә өҫтәмә индерергә тәҡдим итә.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, башҡорт ирекмәндәре быны дәррәү күтәреп алды һәм Википедияның барлыҡ ҡулланыусыларын да акцияға ҡушылырға саҡыра. Быны эшләү бик ябай. Интернет селтәрендә Википедияны табып, сайттың эҙләү тәҙрәһендә ауыл исемен яҙырға һәм «эҙләү» кнопкаһына баҫырға кәрәк. Әгәр ҙә мәҡәләне уҡығанда һеҙгә билдәле булған мәғлүмәттең юҡлығы асыҡланһа,  «төҙәтеү» һылтанмаһына баҫып, мәҡәләне тамамларға һәм «һаҡлау» һылтанмаһына баҫыу зарур.

Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәҡәләләрҙе башҡорт, рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, чечен, әрмән телдәрендәге бүлектәрҙә табырға мөмкин, тип хәбәр итә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре.

Википедия рәсми рәүештә 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә асыла. Бөгөн Википедия ирекмәндәр тарафынан 770 телдәрҙә булдырыла, шуларҙың 277-һе үҙ аллы проект статусына эйә. Википедияның башҡорт телендәге үҙ аллы бүлеге 2005 йылдың 16 апрелендә эшләй башланы. Быйыл ул юбилейын билдәләй.