Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә өҫтөнлөк бирә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Республика буйынса Милли банк Башҡортостан халҡының ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеү статистикаһын анализланы. 2014 йылдың 1 ғинуарынан 1 октябренә тиклем төбәктә тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн банк карталары менән түләү буйынса 111,9 миллион операция башҡарылған. Был 2013 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 56,7 процентҡа күберәк. Мәғлүмәттәр Банк статистикаһы бюллетенендә баҫылған.

Ошо операциялар буйынса түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 47,3 процентҡа  —  75,4 миллиард һумға тиклем артҡан.

Ҡул аҡсаһыҙ түләү хеҙмәтләндереүе йылдам үҫешә. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмаларында электрон терминалдар, ситтән тороп түләү терминалдарының һаны ошо уҡ осорға ҡарата 31,8 процентҡа, 30,3 мең берәмеккә артҡан. Шуның менән бергә банкоматтар селтәре 2013 йылдың ғинуар-сентябренә 6,4 процентҡа ғына күбәйгән. 1 октябргә Башҡортостанда 5,7 мең банкомат иҫәпләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть