3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 12:42

Александр Митюков Башҡортостандың Наркоконтроль етәксеһе итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Президентының 2014 йылдың 31 декабрендәге Указы менән Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп полиция генерал-майоры Александр Митюков тәғәйенләнде.

Александр Витальевич Митюков 1961 йылдың 17 майында Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында тыуған. Эске эштәр министрлығының Мәскәү университетын тамамлаған.

1985-2002 йылдарҙа Рязань өлкәһе Эске эштәр идаралығының енәйәттәрҙе тикшереү бүлегендә хеҙмәт итә.

2007 йылдан 2010 йылдың ноябренә тиклем Кострома өлкәһе Наркоконтроль начальнигы урынбаҫары вазифаһында эшләй.

2010 йылдың ноябренән 2014 йылдың декабренә ҡәҙәр Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Смоленск өлкәһе буйынса идаралығын етәкләй.

Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй.