4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 12:06

Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар БДИ мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияға шылтырата ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылдың Берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләләре буйынса махсус ҡыҙыу линия асты.

Ведомствоның сайтында хәбәр итеүҙәренсә, БДИ-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ уҡытыусылар белгестәргә  имтихан биреү тәртибе, ойоштороу талаптарына ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, ҡулланыусыларға имтихан тапшырыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.

Һорауҙарҙы (495) 984-89-19 телефоны буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-ҙан киске 5-кә ҡәҙәр бирергә була.

Башҡортостанда ла ҡыҙыу линия телефондары эшләй: (347) 218-03-81, 218-03-28, 292-12-70, 216-43-18.

Һорауҙарҙы Берҙәм дәүләт имтиханы порталы форумында һәм Рособрнадзорҙың социаль селтәрҙәге төркөмөндә ҡалдырырға мөмкин.

Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек барышында һәм уны уҙғарыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙе ege@obrnadzor.gov.ru электрон почтаһы адресына ебәрергә кәрәк.