Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Сочиҙағы КВН фестивалендә Башҡортостандан 11 команда ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Сочиҙа КВН командалары араһында «КиВиН-2015» халыҡ-ара фестивале асылды. Башҡортостандан 11 команда фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрҙе. Улар иҫәбендә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Кубогына эйә булыусылар — Салауаттан «Хористы», шулай уҡ төбәк лигаһы лидерҙары — Стәрлетамаҡ физик культура институтының «Тау» йыйылма командалары бар. Уларҙан тыш, фестивалдә Башҡорт дәүләт медицина университетының «План Ка», «Gadget» (Өфө), «Клуб литераторов», «На личном отлично» (Октябрьский — Өфө), Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө ҡалаһы, «Ухватка» (Өфө), «Нефтик» (Нефтекамск) һәм «Не сезон» (Белорет) командалары ҡатнаша.

Фестивалдең конкурс программаһы 13 ғинуарҙа командалар сығышын ҡарау менән асылды. Ҡатнашыусыларҙы төбәк лигаларында бөтә төрҙәге рейтингтар өсөн көрәш, Халыҡ-ара КВН Союзының рәсми лигаларына һайлап алыу, мөхәррирҙәрҙең һәм журналистарҙың мәктәп-семинарҙары, КВН союзы президенты Александр Масляков менән аралашыу көтә. 24 ғинуарҙа фестиваль «КиВиН-2015» финал шоуын төшөрөү менән тамамланасаҡ.

Быйыл беренсе тапҡыр конкурс ҡарауҙарын һәм лауреаттар гала-концертының телевизион версияһын яҙҙырыу урыны итеп «Горки Город» тау саңғыһы курорты һайланған. Сарала ҡатнашыуға Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия, Бөйөк Британия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Молдова, Тажикстандан 540-тан ашыу команда ғариза биргән.

Теги: квн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть