10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2015 йыл, 10:00

Башҡортостан халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеү — республиканың Дәүләт Йыйылышы күҙәтеүендә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Парламент спикеры Константин Толкачев дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм уларҙың хаҡы мәсьәләләрен БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың профилле комитетына контролгә алырға ҡушты. Закондар сығарыу йыйылышы етәксеһе дарыуҙарҙы ваҡлап һатыу предприятиелары етәкселәрен саҡырып ошо проблема буйынса парламент тыңлауҙары үткәреү бурысын йөкмәтте. Ошо мөһим мәсьәләне закон сығарыусылар күҙәтеп барырға һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға тейеш, тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы Рәйесе.

Даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән осрашыуҙа Константин Толкачев «һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуға тотонолған бик күп финанс саралары илебеҙ өмөт иткән һөҙөмтә бирмәне» тип билдәләне. Халыҡтан һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә бәйле күп ялыуҙар килә.

— Беҙ техник йыһазландырыу кимәле буйынса көнбайыш клиникаларынан ҡалышмайбыҙ. Күп заманса ҡорамалдар һатып алынған. Улар нисек файҙаланыла? Табиптарыбыҙҙы әҙерләүгә лә  үҙгәрештәр индерергә кәрәктер, күрәһең.

Спикер фекеренсә, буласаҡ медиктар алған белем заманса медицина техникаһын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирмәй.

Көн элгәре Башҡортостан парламентарийҙары 8-се ҡала клиник дауаханаһы эшен тикшерҙе. Николай Никитин, Александр Шкляр, Оксана Савченко, Илдар Иҫәнғолов бына бер нисә йыл күрһәтелгән ярҙам сифаты буйынса юғары рейтинг биләгән учреждениеның эше менән танышты. Дауаханала амбулатор-хирургия, акушер-гинекология, терапия ярҙамы күрһәтелә. Клиника базаһында БДМУ кафедралары бар. Дауахананың алдынғы эшмәкәрлеге Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә билдәләнгән. Дауаханала бер нисә йыл дауамында сабыйҙар үлеме кимәле кәмеүе күҙәтелә.

Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ыңғай күрһәткестәр булыуға ҡарамаҫтан, 8-се ҡала клиник дауаханаһында башҡараһы эштәр байтаҡ, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин. Атап әйткәндә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтары юғары кимәлдә ҡала. Депутаттың фекеренсә, әлеге йүнәлештәрҙе айырым күҙәтеүгә алыу мөһим.