3 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2015 йыл, 17:29

«Китап» нәшриәтендә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылында «Китап» нәшриәтендә тәүгеләрҙән булып бөйөк башҡорт шағиры, фажиғәле яҙмышлы кеше Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата китап баҫылды.

Иҫке стиль буйынса тап бөгөн, 14 ғинуарҙа, шағирҙың тыуыуына 120 йыл тула. Китап ошо дата айҡанлы донъя күрҙе, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.

«Яҙғы йыр» китабына Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән шиғри һәм проза әҫәрҙәре ингән. Баҫманы Илдар Бабичевтың һүрәттәре биҙәй.

Китапты нәшриәт магазиндарында һатып алырға мөкин.