5 декабрь, Дүшәмбе

14 ғинуар 2015 йыл, 17:05

Рәсәйҙә командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Российская газета»ның бөгөнгө һанында быйылдан башлап Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә командировка таныҡлыҡтары бөтөрөлә тип хәбәр ителә.

Дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй ҡалаларына командировкаға барғанда ошо таныҡлыҡтарҙы алып йөрөргә кәрәкмәйәсәк.

Хәҙер эш биреүсегә сәфәрҙең датаһы һәм ваҡыты күрһәтелгән поезд йәки самолет билеты ла етә. Командировка таныҡлыҡтары «уларҙың йөкмәткеһе хеҙмәткәрҙәрҙе эш буйынса командировкаға йүнәлтеү тураһында бойороҡтоң йөкмәткеһен ҡабатлауы һәм уны тултырыу өҫтәмә хеҙмәт талап итеүе» арҡаһында бөтөрөлә, тип асыҡлыҡ индерелә ҡарарҙың аңлатмаһында. Хеҙмәткәрҙе икенсе ҡалаға эшкә ебәреү өсөн командировка бойороғо ғына кәрәк.

Әгәр хеҙмәткәр сәфәргә шәхси транспортында барырға теләһә, бында барыһы ла бик ябай. Хеҙмәткәр командировкала булыу ваҡытын рәсми яҙыуҙа күрһәтергә тейеш буласаҡ. Шуның менән бергә сәфәрҙә шәхси транспортты файҙаланыуҙы дәлилләүсе документтарҙы ла тапшырыу зарур.

Рәсәйҙән ситкә сыҡҡанда хеҙмәткәрҙәргә командировка таныҡлыҡтары кәрәкмәй ине, сөнки сикте үтеү тураһында билдә сит ил паспортына ҡуйыла. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә эшлекле сәфәргә барғанда ла борсолорға урын юҡ: сикте уҙғанда мисәт ҡуйылмаһа, хеҙмәткәрҙең эш буйынса барыуын билеттар менән дә раҫлап була.

«Командировка таныҡлыҡтарын бөтөрөү — йыш командировкаға йөрөүселәр өсөн генә түгел, ошо командировка эштәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға, — тип билдәләй Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Андрей Никитин. — Хөкүмәт ҡарары бухгалтерҙарға йөкләмәне кәметергә, был үҙ сиратында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн сығымдарҙы ҡыҫҡартырға тейеш».