9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2015 йыл, 16:02

Милли китапханала «Яныбай Хамматов романдары йондоҙлоғо» виртуаль күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөлә.

16 ғинуарҙа Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Яныбай Хамматов романдары йондоҙлоғо» виртуаль күргәҙмәһе уҙғарыла. Күргәҙмә китап уҡыусыларға «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы менән билдәле булған яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған.

5 февралдә китапханала студенттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, яҙыусылар, тәнҡитселәр ҡатнашлығында Таңсулпан Ғарипованың «Әҙәбиәттең юғары миссияһы» ижад лабораторияһы үтә.

Милли китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында билдәле әҙиптәрҙең, шул иҫәптән яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижадын популярлаштырыуға, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында китап уҡыуҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар циклы планлаштырылған. Башҡорт яҙыусылары, шағирҙары һәм ғалимдары  —  Мәжит Ғафури, Һәҙиә Дәүләтшина, Әхмәт-Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев ижадына арналған күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

Дат яҙыусыһы Ханс-Кристиан Андерсендың, француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың, чех яҙыусыһы Карел Чапектың, рус шағирҙары, яҙыусылары һәм телселәре Александр Грибоедов, Антон Чехов, Сергей Есенин, Сергей Ожегов, Александр Твардовскийҙың юбилей даталарын билдәләү күҙ уңында тотола.