Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан сауҙа үҫешенә бюджет сығымдарын өстән бер өлөшкә арттыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

2013-2018 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһын республика бюджеты саралары иҫәбенә финанслау 32,2 процентҡа арта — 187,7 миллиондан алып 248 миллион һумға тиклем. Үҙгәрештәр рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә индерелгән.

Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы иҫәпкә алып программаны финанслауҙың дөйөм күләме 42 процентҡа — 428,3 миллиондан 606,7 миллион һумға тиклем арта.

Бөгөнгә республиканың тупланма бюджетында һалым керемдәрендә сауҙа өлөшө 10 процент тирәһе тәшкил итә. Ошо күрһәткес буйынса тармаҡ сәнәғәттән генә ҡалыша. Эш урындары һаны буйынса лидерҙар рәтендә, ул 200 меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итә. Тулайым төбәк продукты структураһында сауҙа өлөшө — 15 процент.

Программаны төҙөүселәр фекеренсә, тармаҡтың төп проблемалары —  сикләнгән һатып алыу һәләте нигеҙендә инфляцияның юғары кимәле, инфрастуктураның етерлек үҫешмәүе, административ ҡаршылыҡтар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть