7 декабрь, Шаршамбы

14 ғинуар 2015 йыл, 12:55

Өфөлә һәм Пекинда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы күргәҙмә үтә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә һәм Пекинда «Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың роле» тип аталған күргәҙмә ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәтендә аңлатыуҙарынса, был Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС илдәре дәүләттәре һәм хөкүмәттәре етәкселәре саммитының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләү йылында уҙғарылыуға бәйле.

Билдәле ваҡиға Рәсәй Федерацияһы рәйеслеге сиктәрендә халыҡ-ара ойошмаларҙың сараларында сағылыш табасаҡ. Ил лидерҙары Өфө саммиты йомғаҡтары буйынса белдереүҙә ошо иҫтәлекле датаға ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтер тип күҙаллана.

— 2015 йылда Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының 15-се саммитын ҡабул итә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү йылында уҙа. Был бөтә донъяға СССР халҡының һәм Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыусыларҙың ниндәй хаҡ менән фашизмды еңеүен иҫкә төшөрөү өсөн йәнә бер мөмкинлек. «Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың роле» күргәҙмәһенә әҙерлек башланған да инде. Был йәш быуынға, ветерандарға, уларҙың туғандарына кәрәк. Экспозицияны баш ҡалала йәшәүселәр, ҡунаҡтар килеп  ҡарай ала, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов.

Өфөлә күргәҙмә Хәрби Дан музейында ойоштороласаҡ.