10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2015 йыл, 12:31

Республикала капиталь ремонт өсөн түләүҙәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар иҫәпләгәндә иғтибарға алынасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Хәҙер Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә иғтибарға алынасаҡ. Был республика Хөкүмәте ҡарары менән нығытылған.

Шулай итеп, капиталь ремонт өсөн мәжбүри түләү индергәнгә тиклем субсидияға иҫәп тотмаған граждандар ҙа дәүләттең матди ярҙамына өмөт итә ала.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында аңлатыуҙарынса, һүҙ коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары дөйөм килеменең 20 процентынан артып киткән ғаиләләргә субсидиялар түләү  тураһында бара.

Субсидиялар бүлеү һәм биреү мәсьәләләре буйынса Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса республика үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.