Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда сираттағы «Ҡар бөртөгө» саңғы туристик слеты уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

8 февралдә Башҡортостанда сираттағы «Ҡар бөртөгө-2015» ғаилә туристик слеты үтә.

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, саңғыла шыуырға, саф һауалағы уйындарҙы яратыусыларҙың һәммәһе лә байрамда ҡатнаша ала. Туристик слет һәр саҡ бер урында — Силәбе өлкәһе Минйәр ҡалаһы Куйбышев тимер юлының 1753-сө саҡрымы туҡталышы эргәһендә элекке Голодный хуторы яланында уҙғарыла. Ҡатнашыусылар тейешле урынға электричкала бара, махсус рейс иртән Өфөнән ҡуҙғала, ә кисен кире ҡайта. Шәхси транспорт менән дә килергә мөмкин.

«Ҡар бөртөгө» слетына төрлө йәштәге саңғыла шыуырға яратыусылар саҡырыла. Теләүселәр саңғы ярыштарында ҡатнаша, тюбингта, санала шыуа йәки ҡышҡы урман буйлап йөрөй ала. Шулай уҡ программала төрлө конкурстар, спорт уйындарын уҙғарыу ҡаралған. Урында ата-әсәләр менән балаларға ял итеү өсөн йылытылған палатка лагерын ҡороу планлаштырыла. Байрамда алкоголле эсемлектәр эсеү һәм тәмәке тартыу тыйыла.

Көндәрҙең һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, былтыр слетта 600-ҙән ашыу турист ҡатнашты.

«Ҡар бөртөгө-2015» ҡала яны поезының ҡуҙғалыу ваҡыты һәм билет хаҡы һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Яңылыҡтар менән сараның социаль селтәрҙәге төркөмөндә танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть