7 декабрь, Шаршамбы

14 ғинуар 2015 йыл, 10:06

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль республика буйлап гастролдәргә сыға

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйлап гастролдәргә сыға.

Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был юлы легендар коллектив Благовещен ҡалаһында, Архангел һәм Саҡмағош ауылдарында, шулай уҡ Шишмә ҡасабаһында сығыш яһаясаҡ.

Тамашасыларға күп милләтле Башҡортостандың һәм бөтә донъяның мәҙәниәтен сағылдырған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» юбилей программаһы күрһәтеләсәк. Улар араһында популяр композициялар: «Биҙрә менән бейеү», «Беҙҙең байрам», «Ете ҡыҙ», Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Гөлнәзирә», Хашим Мостаевтың «Сәскә атҡан ҡурай», «Ҡумыҙ менән» бейеүҙәре бар.

Тамашасыларға шулай уҡ билдәле балетмейстрҙар Риф Ғәбитовтың «Тархандар», Рәйес Низаметдиновтың «Ете ырыу», Марат Кәримовтың «Хәрбиҙәр», Алексей Шишкиндың «Калинка» һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк.

темалар: гастролдәр