6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 18:11

Башҡортостан эшҡыуарҙары Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерә ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан эшҡыуарҙары эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының эшсе төркөмөнөң доклад проектын әҙерләүҙә ҡатнашыу өсөн саҡырыла. Эшсе төркөмдө Тула өлкәһе губернаторы Владимир Груздев етәкләй.

Документ «Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса саралар тураһында» мәсьәләһе буйынса Дәүләт советы ултырышында ҡараласаҡ. Ултырыш 2015 йылдың беренсе яртыһында уҙасаҡ.

— Илдең теләһә ҡайһы төбәгендә йәшәгән эшҡыуар Рәсәй Федерацияһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимен индереү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, — тип билдәләне Дәүләт советының эшсе төркөмө секретары, Тула өлкәһендә Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Андрей Спиридонов.

Тәҡдимдәр «Асыҡ төбәк 71» порталының махсус бүлегендә ҡабул ителә.

темалар: эшҡыуарлыҡ