3 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 17:29

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Берҙәм һәм Төп дәүләт имтиханы буйынса консультациялар ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институты ҡарамағындағы рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек үҙәге ошо предметтар буйынса әҙерлек кимәлен асыҡлау маҡсатында Өфөнөң белем биреү учреждениеларының 9-11 класс уҡыусылары өсөн тест буйынса һынау уҙғара.

Был иһә уҡыусыларға сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырыу өсөн мөмкинлектәрен баһаларға, тәжрибәле эксперттарҙан шәхси консультациялар алырға, Берҙәм һәм Төп дәүләт имтиханына әҙерлектең ҡулайлы формаһын һайларға ярҙам итәсәк, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат хеҙмәтенән. Тест буйынса һынауҙы һәм уның һөҙөмтәләрен анализлауҙы филология фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы эксперттары тормошҡа ашыра.

Тест буйынса һынау 17 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә БДПУ-ның 3-сө корпусының 231-сө һәм 409-сы аудиторияларында ойошторола: Октябрь революцияһы урамы, 3а. 273-38-81, 8-960-384-48-59 телефондары йәки kafedralit@gmail.com электрон почтаһы буйынса яҙылырға була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн кәрәк булған Берҙәм дәүләт имтиханының минималь балдарын арттырырға ҡушты. Хәҙер рус теле буйынса минималь сик — 36, әҙәбиәттән 32 балл тәшкил итә.