3 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 15:51

Өфөлә 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн һөнәри байрам – Рәсәй матбуғаты көнө – айҡанлы «Башинформ» агентлығының конференциялар залында 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

—  Мин республика журналистарына һәм киң мәғлүмәт саралары продукцияһын уҡыусыларға еткереү процесын тәьмин иткән бөтә нәшриәтселәргә рәхмәт белдерәм. Уртаҡ тырышлыҡ менән беҙ республикала район, ҡала, балалар, йәштәр, республика баҫмаларын, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәрен баҫтырыу өсөн баҫмаларҙы һаҡлап ҡала алдыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Алла Кузьмина, республика журналистикаһы ветераны Марсель Сәлимов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Гөлназ Фәттәхова Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева (Ишморатова), «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Яйыҡ» гәзите Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын яҡтыртыу буйынса республика конкурсы еңеүселәре тип танылды.

Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Киске Өфө» гәзите еңеү яуланы.

Киң мәғлүмәт сараларында шәфҡәтлелек темаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Зөһрә Арсаева, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Учалы гәзите» редакциялары еңеүсе булды.

Сәләмәт тормош темаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсында «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның «Тамыр» балалар телеканалы, «Шонҡар» журналы, «Сельские зори» гәзите редакциялары еңеүселәр иҫәбендә.

Дәүләт телдәре һәм республика халыҡтары телдәрен өлгөлө ҡулланғаны өсөн республика конкурсында «Өмөт» гәзите еңеүсе тип танылды.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен пропагандалаусы баҫма киң мәғлүмәт саралары сайттары конкурсында «Шонҡар» республика йәштәр журналы, «Инйәр», «Юшатыр», «Стәрлетамаҡ эшсеһе», «Район тормошо» гәзиттәре, «Бельские просторы» һәм «Аҡбуҙат» журналдары редакциялары еңеп сыҡты.

Журналистар араһында ойошторолған террорға ҡаршы проблема буйынса иң яҡшы журналист эше республика конкурсында «Сельские огни», «Белебеевские известия» гәзите редакциялары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Йома», «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының «Иман» тапшырыуҙары еңеүсе булды.

2014 йылда Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы «Киләсәк журналисы» темаһына ижади конкурс уҙғарҙы. Уның төп бурысы — яҡын киләсәктә журналистиканың һәм журналистың ниндәй буласағын билдәләргә тырышып ҡарау. БР Йәш журналист мәктәбен тамамлаусы Радмила Федорова «Дәүләт әһәмиәтендәге эш» материалы өсөн «Киләсәк журналисы» конкурсының махсус дипломы һәм призы менән бүләкләнде.