3 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 11:22

Өфөлә шағирҙарҙың цитаталары яҙылған реклама щиттары ҡуйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә күп кеше йөрөгән урамдарҙа бөйөк рус һәм башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының цитаталары яҙылған реклама щиттары ҡуйылды. Классиктарҙың тәрән мәғәнәле һүҙҙәре китап уҡыуҙың файҙаһы хаҡында.

Баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция Башҡортостанда башланған Әҙәбиәт йылының үҙенсәлекле символына әүерелде.

Реклама щиттарына Антон Чеховтың, Ғайса Хөсәйеновтың, Виссарион Белинскийҙың, Баязит Бикбайҙың, Николай Гоголдең, Рәми Ғариповтың, Михаил Салтыков-Щедриндың, Әнүәр Бикчәнтәевтың, Федор Достоевскийҙың, Роберт Байымовтың, Максим Горькийҙың, Әхнәф Харисовтың, Иван Гончаровтың, Ҡәҙим Аралбайҙың, Николай Чернышевскийҙың, Ризаитдин Фәхретдиндең цитаталары урынлаштырылған.

Бөтәһе ҡалала ошондай 180 баннер барлыҡҡа килде.