10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 13:50

Баш ҡалала фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы уртаса 17 мең һум тәшкил итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы айына яҡынса 17 мең һум тәшкил итә. Был сегментта хаҡтар кәмей, тип хәбәр ителә «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы селтәре материалдарында.

«Эксперт» аналитиктары тәүҙә премиум һәм бизнес-класс фатирҙары арзаная башланы тип билдәләй. Ноябрь-декабрҙә ҡуртым хаҡы бөтә төр фатирҙарға ла кәмене: ваҡытлыса объект биреүселәр күбәйҙе.

Өфөлә иң ҡиммәт торлаҡ ҡала үҙәгендә: бында фатирҙар айына 18 мең һум тора. Йәшел Сауҡалыҡта һәм Октябрь проспектында урынлашҡан фатирҙарҙы айына уртаса 17 мең һумға ҡуртымға алырға мөмкин. Сипайловола (айына 15,9 мең һум), Дим биҫтәһендә (15,7), Черниковкала (15,5) һәм Затонда (14,4) осһоҙораҡ.

Торлаҡтың майҙанына ҡарап хаҡтар ҡалала айырыла: Черниковкалағы бер бүлмәле фатир өсөн айына 13,5 мең һумдан алып үҙәктәге күп бүлмәле торлаҡ өсөн 28 мең һумға тиклем.

Өфөлә элиталы торлаҡ айына уртаса 48 мең һумға ҡуртымға бирелә. Был сегментта хаҡтар бер бүлмәле фатир өсөн 28 мең һумдан алып күп бүлмәле торлаҡ өсөн 70 мең һумға тиклем тирбәлә.