4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 12:53

«Ижад» күргәҙмәләр залында Илдар Бикбулатовтың «Миҙгелдәр» тип исемләнгән күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йома,16 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 4-тә М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Илдар Бикбулатовтың «Миҙгелдәр» экспозицияһы асыла.

Илдар Бикбулатов реалистик сәнғәт традицияларын яҡлаусы булып сығыш яһай. Образдарҙың дөрөҫлөгө, гуманлылығы — рәссам ижадының төп сифаттары.

Илдар Бикбулатов портрет жанрын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән. Ул билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡланғыс образдарын тыуҙырған. Улар араһында «РСФСР-ҙың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның портреты» (1984), «Рәссам Эрнст Сәйетовтың портреты» (1998), «Әхмәт Лотфуллиндың портреты» (2000) бар.

Күргәҙмәгә портрет, көнкүреш картинаһы һәм пейзаж жанрында ижад ителгән 50-гә яҡын әҫәр ҡуйылған, тип хәбәр итте «Ижад» күргәҙмәләр залы мөдире Ирина Мелкозерова.

Экспозиция 16 февралгә тиклем эшләйәсәк. Адресы: Космонавтар урамы, 22, «С.Орджоникидзе исемендәге майҙан» туҡталышы. Телефон: 242-28-35.