10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2015 йыл, 12:06

2015 йылда Башҡортостан ауыл хужалығын үҫтереүгә федераль бюджеттан 188 миллиард һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Ағымдағы йылда Башҡортостан биләмәһендә «2013-2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү дәүләт программалары» сараларын тәьмин итеү 188 миллиард һум тирәһе тәшкил итәсәк. Был хаҡта ведомствоның киңәйтелгән оператив кәңәшмәһендә әйтелде. Төбәктә ошо документ нигеҙендә әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү» программаһы эшләй.

Быйыл документҡа бер нисә яңы программа индерелде, тип хәбәр итте Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. «Һөт малсылығын үҫтереү», «Тоҡомсолоҡ эшенә, селекцияға һәм орлоҡсолоҡҡа ярҙам», «Агросәнәғәт комплексының финанс-кредит системаһын үҫтереү» һәм башҡалар.

Бынан тыш, дәүләт программаһы тарафынан эске баҙарҙа импортты алмаштырыуға ярҙам ҡаралған. Бының өсөн һөт һәм теплица комплекстары, йәшелсә һаҡлағыстар, селекция-генетик һәм селекция-орлоҡсолоҡ үҙәктәрен  төҙөүгә һәм модернизациялауға,  шулай уҡ күмәртәләп таратыу үҙәктәрен төҙөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар бүленәсәк. Шулай уҡ аграрийҙарға ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.

— Беҙ алдыбыҙҙҙа торған бурыстарҙың мөһимлеген аңларға һәм тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләргә бурыслы, — тине республиканың агоросәнәғәт комплексы башлығы Николай Коваленко.