6 декабрь, Шишәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 17:06

Азамат Ғүмәров Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Азамат Ғүмәровты республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Азамат Ғүмәров 1974 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1996 йылда «Востокнефтезаводмонтаж» акционер йәмғиәте дирекцияһында иҡтисадсыһы вазифаһында башлай. 1996-2004 йылдарҙа «Урало-Сибирский Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан дирекцияһының Үҫеш идараһы белгесенән алып генераль директор урынбаҫарына тиклем үрләй.

2005- 2014 йылдарҙа  ул төбәк коммерция банктарында етәксе вазифаларҙа эшләй.