10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 16:29

«Башҡортостан» киностудияһы фильмын «Россия 1» телеканалында күрһәтәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йома, 16 ғинуарҙа, «Россия 1» телеканалының «Мосолмандар» тапшырыуында урындағы ваҡыт буйынса иртәнге туғыҙ тула биш минутта «Башҡортостан» киностудияһының «Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен» документаль фильмын күрһәтәсәктәр.  

Фильмды 2014 йылда режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова төшөргән. Уның төп темаһы — Башҡортостандағы перспективаһыҙ ауылдар проблемаһы. Төп герой Кинйәғол Сәлимгәрәев ауылына, тыуған еренә тоғро ҡалған һәм бына ярты быуат инде Белорет районының Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәй.

Ошо эш Башҡортостан һәм Рәсәй киноһын VIII Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивалендә яҡлаясаҡ. Фестиваль 19-22 ғинуарҙа Ирандың төньяҡ провинцияһы Мазандаранда уҙа. Унда Ирандың һәм Каспий төбәгенең күренекле кинематографистары ҡатнашасаҡ. Фестиваль халыҡ традициялары, дини ҡараштары, фольклоры хаҡындағы картиналарҙы алға ебәреүгә йүнәлтелгән. Фильмдар ике номинация — милли картиналар һәм халыҡ-ара секциялар буйынса билдәләнәсәк, тип хәбәр итте «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева.

«Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен» фильмы Х Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә, Мурманскиҙа VII «Төньяҡ характеры» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты һәм Өфөлә I «Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивалендә «Документаль фильмдың иң яҡшы геройы» призына лайыҡ булды.