10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 15:44

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны 1 февралгә тиклем бирергә кәрәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны 1 февралгә тиклем бирергә кәрәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

2015 йылда мәктәпте тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа. Уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм сит ил граждандары муниципаль йәки төбәк мәғариф идаралығы органында имтихан тапшырырға теркәлергә тейеш.

Быйыл тәүге тапҡыр рус теле һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 14 февралдә тапшырасаҡтар. Ошо предметтарҙы тапшырыуға ғаризалар 1 декабргә тиклем ҡабул ителде. Рус телен үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, географияны ошо дисциплинаны унынсы класта тамамлаусылар тапшыра ала.

2015 йылда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. Әммә теләүселәр ике кимәлде лә бирә ала.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға үҙгәрештәр ҙә индерелде: имтиханға инеү өсөн уҡыусылар инша яҙа, сит телдәр буйынса имтиханда телдән яуап биреү ҙә буласаҡ.

БДИ-ны алдан тапшырыу 23 мартта башлана һәм 24 апрелгә тиклем дауам итә. Төп этап резерв көндәр менән бергә 25 майҙан 26 июнгә тиклем уҙа.

Берҙәм дәүләт имтиханына Башҡортостандың Мәғариф министрлығы иғлан иткән теләһә ниндәй ойошмала теркәлергә була. Шундай урындарҙың тулы исемлеге менән БР Мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәгенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

темалар: мәғариф, бди