Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә рус һәм башҡорт телдәрендә «Уралым» гәзите сыға башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Губернатор Борис Дубровский һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы буйынса Силәбе өлкәһендә рус һәм башҡорт телдәрендә «Уралым» ижтимағи-сәйәси гәзите донъя күрҙе.

Гәзиттең тиражы — һигеҙ мең дана, баҫма ай һайын нәшер ителә. Гәзит Силәбе башҡорттары йәшәгән биләмәләрҙә бушлай таратыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

— Көньяҡ Уралда төрлө халыҡтар дуҫ ғаилә булып йәшәй. Ошо берҙәмлектә — беҙҙең көсөбөҙ, ә мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө — байлығыбыҙ. Шуға күрә Силәбе өлкәһендә «Уралым» кеүек гәзиттәрҙең сығыуы бик мөһим. Был проекттар туған телде яратырға, үҙеңде һәм күршеләреңде яҡшыраҡ аңларға өйрәтә, — тип билдәләне Борис Дубровский.

— Яңы баҫманы башҡа милләт кешеләре лә уҡыясаҡ тип ышанам. Был гәзит — Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтарҙың милләт-ара диалогын һәм үҙ-ара ихтирамын үҫтереү һәм тәрәнәйтеү өсөн бик шәп трибуна, — тип иҫәпләй «Гранада Пресс» медиахолдингы етәксеһе Сергей Филичкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть