6 декабрь, Шишәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 13:02

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә өс көн ял итәсәкбеҙ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бөтә рәсәйлеләр кеүек үк Башҡортостан халҡы ла өс көн ял итәсәк. Яңы йыл каникулдары менән бергә быйыл бөтәһе 28 байрам көндәре. РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йома, 9 ғинуарҙа, рәсәйлеләр шәмбе, 3 ғинуар, өсөн ял итте, ә 4 ғинуарҙағы ял көнө (йәкшәмбе) дүшәмбегә, 4 майға күсереләсәк.

Бынан тыш, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының раҫланған проектына ярашлы, 2015 йылда 21 февралдән 23-нә, 7 марттан 9-на ҡәҙәр ял буласаҡ. 1 майҙан 4-нә (яҙ һәм хеҙмәт байрамы) һәм 9 майҙан 11-нә тиклем — Еңеү көнө — байрам көндәре булып тора.

Киләһе ял көндәре — 12 июндән 14-нә ҡәҙәр (12 июнь — Рәсәй көнө). Йәнә бер байрам 4 ноябргә — Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тура килә.