11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 12:35

«Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен һатыуҙан Башҡортостан 77,3 миллион һумға яҡын килем аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Башҡортостандың «Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтененең 100 процент акцияларын һатыуҙан 77 миллион 324 мең килем алырға ниәтләй. 3 мартҡа тәғәйенләнгән аукциондың башланғыс хаҡы шундай. Республика активты икенсе тапҡыр һатырға тырыша. 2011 йылдың майына билдәләнгән тәүге аукцион ғаризалар булмау сәбәпле булманы. Был хаҡта Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының материалдарында хәбәр ителә.

Март айында уҙасаҡ аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 6 февралгә тиклем ҡабул ителә. 7 миллион 732,4 мең һум күләмендәге аҡса 9 февралдән дә һуңламайынса Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы иҫәбенә күсергә тейеш. Ғаризалар 12 февралдә ҡараласаҡ.