10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2015 йыл, 11:32

Николай Красников Европа чемпионы титулы өсөн көрәшәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Рәсәй чемпионы Николай Красников боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси донъя чемпионатында ҡатнашыу мөмкинлеген кире ҡаҡты. Әммә ул Европа чемпионы титулын яулау өсөн көрәшен дауам итәсәк.

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй Мотоциклет федерацияһының трек комиссияһы ултырышында Европа чемпионатында ҡатнашыуға Рәсәйҙән тәүге кандидат булып Николай Красников раҫланды. Икенсеһе – Каменск-Уральск ҡалаһынан Артем Новик, ул чемпионатта етенсе урын яуланы. Өсөнсө вакансия Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһы уҙышсыһына, дүртенсеһе – юниорҙар араһында Рәсәй чемпионына биреләсәк. Һуңғыһының исеме февраль башында билдәле буласаҡ.

Донъя шәхси чемпионатына былтырғы призерҙар Даниил Иванов, Дмитрий Колтаков һәм Дмитрий Хомицевичтан тыш Игорь Кононов, Сергей Карачинцев (Санкт-Йоханн, 24 ғинуар), шулай уҡ Виталий Хомицевич (Стремсунд, 17 ғинуар) ебәреләсәк.

Ниһайәт, Берлиндағы донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһында Николай Красников, Даниил Иванов һәм Дмитрий Хомицевич сығыш яһаясаҡ.

Шулай итеп, 2015 йылдың донъя һәм Европа чемпионаттарына Башҡортостандан өс вәкил – Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенән Николай Красников һәм Дмитрий Колтаков, Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубынан Сергей Карачинцев йәлеп ителәсәк. Егор Мышковецтың да Европа чемпионатына эләгеү мөмкинлеге бар, бының өсөн уға юниорҙар араһында Рәсәй беренселегендә еңеү яуларға кәрәк.