Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй мосолмандары француз халҡы менән бергә теракт ҡорбандары өсөн ҡайғыра — мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Францияла теракт һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Рәсәй мосолмандары Францияның баш ҡалаһында ҡылынған сираттағы кешелекһеҙ террор акцияһы тураһындағы ҡот осҡос хәбәрҙе тетрәнеп һәм нәфрәтләнеп ҡабул итте» тиелә рәсми хәбәрҙә.

Рәсәй мосолмандары енәйәтселәр ҡулынан һәләк булған кешеләр өсөн тәрән ҡайғыра. Францияла иғлан ителгән дөйөм милли траур – Рәсәй мосолмандары өсөн дә траур, тиелә мөрәжәғәттә.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты «һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, терроризмдың сығышын кире ҡағыуға тәүәккәллеге тураһында белдерә. Беҙ бөтә кешеләрҙе ошо яуызлыҡҡа ҡаршы көрәштә тағы ла берҙәмерәк булырға саҡырабыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть