Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Һылыуҡай-2015» матурлыҡ конкурсына әҙерлек башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды. Төркөмдә республика райондары һылыуҡайҙары өсөн асыҡ тауыш биреү бара.

Конкурста 16 йәштән 22 йәшкә тиклем ҡыҙҙар ҡатнаша. Бәйге талаптарының иң мөһиме — тышҡы матурлыҡ менән бергә башҡорт телен белеү.  

«Һылыуҡай-2015» республика телевизион конкурсының һайлап алыу туры ҡалаларҙа февралдә, Өфөлә март башында үтә. Бәйгенең финалы 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Һылыуҡай» 23-сө тапҡыр ойошторола. Ошо йылдар эсендә конкурста 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашты, шуларҙың күбеһе реклама һәм модель бизнесында үҙ карьераһын дауам итте.

Конкурстың ойоштороусылары — «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Аҙна»     гәзите.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть