5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2014 йыл, 14:05

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында яңы министр урынбаҫары тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Президенты  Рөстәм Хәмитов Заһит Нуривты республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Башҡортостан Хөкүмәте шуға ярашлы ҡарар ҡабул итте. Заһит Нуриев ведомствола механизациялау тармағы һәм «500 ферма» программаһы өсөн яуап бирәсәк.

Заһит Нуриев Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа предприятиеларҙа хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, Бүздәк районы Ҡаран ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе була, БР Министрҙар Советы Эштәр идаралығында эшләй. Һуңғы йылдарҙа Заһит Нуриев «Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары була.